бөгөн 9 сентября 2010 г., четверг

Дәүләт символикаһы

Дәүләт символикаһы



 

Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы республиканың тарихи, дәүләт һәм башҡа традицияларын, уның иҡтисадын, географик урынын, интеллектуаль ҡеүәтен һәм рухи тормошон сағылдырыусы символдар һәм эмблемалар йыйылмаһын үҙ эсенә ала. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы, Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны Башҡортостан Республикаһы суверенитетын, Башҡортостандағы күп милләтле халыҡтың үҙенсәлектәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырыусы рәсми дәүләт символдары булып тора.

1999 йылдың 27 майында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы тарафынан “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителә. 1999 йылдың 24 июнендә закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы тарафынан хуплана. Был Закон Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһын билдәләй. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагының, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының һүрәтләнешен, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының музыкаһын нығыта һәм уларҙы рәсми файҙаланыу тәртибен билдәләй.

 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы
(1992 йылдың 25 февралендә раҫлана)

Государственный флаг Республики Башкортостан

 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагын киңлеге буйынса бер тигеҙ буй һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө өс төҫтәге туҡыма тәшкил итә: өҫкө һыҙат – күк, урталағыһы – аҡ һәм аҫтағыһы йәшел тәҫтә.

Аҡ һыҙат уртаһына алтынһыу төҫтә эмблема – ете таждан торған ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Флагтың киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3.

Өҫкө, урталағы һәм түбәнге һыҙаттар флаг киңлегенең өстән бер өлөшөн тәшкил итә, түңәрәк флагтың уртаһында урынлашҡан һәм уның диаметры флагтың оҙонлоғоноң алтынан бер йәки киңлегенең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагында йәшел төҫ иректе, тормоштоң мәңгелеген; аҡ төҫ - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, ихласлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын; күк төҫ – уларҙың асыҡлығын, киң күңеллелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын сағылдыра. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, аҡ һыҙаттың уртаһында урынлашҡан уның ете таж айырсаһы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы кәүҙәләндерә.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы беркетелгән һартың юғары осо көмбәҙ рәүешендә оҙонса формалағы алтынһыу төҫтәге металл биҙәүес менән тамамлана, уның уртаһында ете таж айырсаһынан торған ҡурай сәскәһе һүрәтләнә (“Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһы).



Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы
(1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана)

Государственный флаг Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә сығып килгән ҡояш һәм урың нурҙары ерлегендә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Аҫта ҡурай сәскәһе тажы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫөнә “Башҡортостан” тип яҙылған таҫма һүрәтләнгән. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербының төҫлө һүрәтләнешендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм биҙәк – алтынһыу, ҡурай сәскәһе – йәшел, сығып килгән ҡояш – аҡһыл-алтынһыу төҫтә, ҡояш нурҙары – һары, һәйкәл менән биҙәк араһындағы ерлек – аҡ, түңәрәктең эске һәм тышҡы яғы – ҡараһыу алтын төҫтә (“Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһы).

 

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны
(1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының музыкаһы тип композитор Ф. Иҙрисовтың “Республика” музыкаль әҫәре таныла. Гимн тексының авторҙары – Р. Бикбаев һәм Р. Шәкүр (рус теленә Ф. Иҙрисов менән С. Чураева тәржемә иткән). Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының музыкаль редакцияһы һәм тексы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 17-се статьяһына ҡушымтала урынлаштырылған.